ҠӘЙЕП ЕЙӘНБӘТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Польша походында (1771—73) ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1771—73 йй. Речь Посполитаяға ебәрелгән башҡ. ғәскәренең 4‑се төркөмө командиры. Ихтилалға 1773 й. көҙөндә ҡушыла. 1774 й. февр. Ишҡара Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Ҡыҙрас Муллаҡаев, И.И.Ульянов м‑н берлектә Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре тирәһендә һуғыша. Апр. башында Өфө провинция канцелярияһына ғәйебен танып килә. Йәйен йәнә ихтилалға ҡушыла. Июль башында Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ пристане янында П.М.Голицын етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н алышта ҡатнаша. Һуңыраҡ хөкүмәт яғына сыға. 1796 й. Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы, 1798 й. алып Стәрлетамаҡ өйәҙе Бишауыл-Табын улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке