ҠӘЙЕП, Ҡ.‑Мөхәммәт-Баһадир, ҡарағалпаҡтар һәм Ҡаҙаҡ ханлығы ханы (1715—18, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1708—29). Башҡорт ихтилалында (1704—11) ҡатнаша. 1708 й. башында баш күтәреүселәр тарафынан башҡ. ханы тип иғлан ителә, һуңыраҡ уның улы Хажи хакимлыҡ итә. 1718 й. Джунгар ханлығы м‑н һуғыш ваҡытында Рәсәй м‑н хәрби союз төҙөүгә ынтылыш яһай. Һуғышта еңелә һәм Хиуа ханлығына барып төпләнә.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке