ҠӘҘЕРҒОЛОВ Мөхәмәт Нурғәле улы [10.3.1919, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 16.10.1998, БР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.], ҡурайсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып почта, дәүләт страховкалау инспекцияһы хеҙм‑ре, 1970 й. — балалар музыка мәктәбендә уҡыта, 1973 й. — район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1974 й. — дир., бер үк ваҡытта 1946—80 йй. “Мәсем таш” ансамбле етәксеһе, уның ойоштороусыһы (бөтәһе лә — Бөрйән р‑нының Иҫке Собханғол а.). Ҡ. башҡарыу манераһына нәфислек, виртуозлыҡ, муз. орнаментиканы оҫта ҡулланыу хас була. Башҡортостандың Урал аръяғында барлыҡҡа килгән ҡурай уйнауҙың классик традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында 200- ҙән ашыу башҡ. халыҡ йыры һәм инструменталь көйҙәр, ш. иҫ. “Алты егет”, “Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Ильяс”, “Урал”, “Шәүрә”. Респ. ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1954). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). 2010 й. алып Бөрйән р‑нында Ҡ. ис. призға ҡурайсылар конкурсы үткәрелә.

     Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке