ҠАЙМИРАСОВА Таңһылыу Ғимал ҡыҙы [4.11.1923, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 27.5.2016, Алма‑Ата ҡ., Ҡаҙағстан], тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1972). Ҡаҙағстан тау‑металлургия ин‑тын тамамлаған (1958). 1943 й. алып Алма‑Ата ҡ. Ҡаҙағстан геофизика тресында эшләй: магниторазведка отряды нач., 1949 й. башлап геофизика партияһы нач., 1958 й. — Атасу геофизика экспедицияһы геологы; 1960—88 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның К.И.Сатпаев ис. Геология фәндәре ин‑тында (1975 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни‑производство эшмәкәрлеге Үҙәк Ҡаҙағстандың тимер‑марганец һәм ҡурғаш‑цинк мәғдәнле райондарын эҙләү һәм разведкалауға, металлогенияның Ер ҡабығы һәм өҫкө мантияның составы һәм тәрәндәге төҙөлөшө м‑н бәйләнешен өйрәнеүгә бәйле. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1977).

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.