ҠӘҘЕРҒӘЛИЕВ Леонид Иванович [6.11.1925, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Надир а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 1985, Силәбе ҡ.]. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. алып 2‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се танк армияһы 16‑сы танк корпусы 107‑се танк бригадаһы автоматсыларҙың моторлаштырылған батальонының отделение ком. кесе сержант Ҡ. 1944 й. 6 мартында Украина ССР‑ы Буки а. янында Таулы Тикич й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Силәбелә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Герои-освободители Черкасщины. Днепропетровск, 1980.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке