ҠАЙМАШАБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Эткенә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 880 кеше; 1920 — 931; 1939 — 686; 1959 — 566; 1989 — 366; 2002 — 359; 2010 — 323 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1683 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы удмурттар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 132 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 515 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 класлы министрлыҡ уч‑щеһы, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.