ҠӘҘЕР ТОРАМАҺЫ, неолит — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4‑се мең йыллыҡ — б.э. 3 б. ҡарай. Дыуан р‑ны Ҡәҙер а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1987 й. А.И.Лебедев, 1990 й. Г.Н.Гарустович тикшерә. Күп ҡатламлы торама. Майҙаны 2500 м2, 140 м2 ер ҡаҙылған. Түбәнге ҡатламдарҙа хайуан һөйәктәре, неолит осорона ҡараған таш әйберҙәр (бысаҡ һымаҡ пластиналар, нуклеустар, ярсыҡтар, ҡырғыстар) һәм керамика (ҡом, тальк һәм шамот ҡушып яһалған, тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән) табылған. Торлаҡ нигеҙҙәре асыҡланған. Тораманың юғары ҡатламдарында тальк, ҡабырсаҡ ҡатыштырып әүәләнгән һәм шыма штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡараған керамика табылған. Ҡомартҡы таш быуат — тимер быуат осоронда халыҡтың Урал аръяғына килеп ултырыу этаптарын сағылдыра. Ҡ.т. материалдары ТТӘИ һәм Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге фондында һаҡлана.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке