ҠӘҘЕР ҠУРҒАНДАРЫ, Горохов мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 4 б. 2‑се ярт. ҡарай. Дыуан р‑ны Ҡәҙер а. янында Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1964 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1987 й. А.И.Лебедев, 1988— 1992 йй. Г.Н.Гарустович тикшерә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр (диам. 5—8 м, бейеклеге 0,2—0,4 м) иҫәбенә инә, өйрәнелгән ҡурғандарҙың күпселегендә берәр ҡәбер табылған. 50‑нән ашыу ҡурған теркәлгән (айырыуса Ҡ.ҡ.II, Ҡ.ҡ.IV, Ҡ.ҡ.VI тикшерелгән). Мәйеттәр оҙонса йәки тура мөйөшлөҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа йәки төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡайһы бер ҡурғандарҙа ҡалдырылған буш ҡәберҙәр (кенотафтар) ҡорбан килтереү-иҫкә алыу комплексын хасил итә: көл, яндырылған ер ҡатламы, күмер, бағана соҡорҙары, таштар, дуға формаһында һалынған таш өйөмдәре, таш м‑н уратып алынған ут яғыу майҙансыҡтары (диам. 0,3— 0,5 м; уртаһында бәләкәй соҡорҙар бар) һ.б. асыҡланған. Керамика тальк ҡушып яһалған банка һәм көршәк рәүешендәге түңәрәк төплөһауыттарҙан тора. Ҡәберҙә бронза муйынсаҡтар, сикә сулпылары, һырғалар, уҡ башаҡтары, бысаҡтар, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар, ауыҙлыҡтар, таш һәм быяла муйынсаҡтар табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға көньяҡһәм көньяҡ-көнсығыш далаларҙа күсмәҡәбиләләрҙең күсеп ултырыу процесын сағылдыра. Ҡ.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында, Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Гарустович Г.Н., Лебедев А.И. Курганы раннего железного века (V—III вв. до н.э.) северо-восточных районов Башкортостана //Курганы кочевников Южного Урала. Уфа, 1995; Савельев Н.С. Месягутовская лесостепь в эпоху раннего железа. Уфа, 2007.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 Текст на русском языке