ҠАЙМАША, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Эткенә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡаймаша й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 713 кеше; 1920 — 689; 1939 — 398; 1959 — 184; 1989 — 209; 2002 — 222; 2010 — 224 кеше. Удмурттар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙе Уран улусы Эткенә а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1787 й. керҙәшлек килешеүе б‑са батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1810 й. бында ш. уҡ шарттарҙа крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмө килеп ултырған. 1795 й. 80 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 64 йортта — 358 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, 2 май һығыу заводы, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1893 й. төҙөлгән), земство фельдшер пункты, 2 тимерлек, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.