ҠАЙБЫШЕВ Рөстәм Оскар улы (2.5.1963, Мәскәү), инженер‑механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996). О.Ә.Ҡайбышевтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (1993 й. башлап лаб. мөдире) эшләй. 2008 й. алып Белгород милли тикшеренеү ун‑тында лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге динамик рекристаллашыуҙы, пластик деформация механизмдарын, металл матрицалы композит материалдарҙың, алюмин иретмәләренең һәм ҡоростарҙың үтә һығылмалылығын тикшереүгә арналған. Ҡ. ҡатнашлығында металдарҙы шыйыҡ фазала һәм юғары т‑рала изостатик преслау ысулы м‑н эшкәртеү технологияһы һәм уны башҡарыу өсөн ҡорамалдар, тәгәрмәстәр яһау өсөн һуңынан прокатлауҙы ҡулланып изотермик штамплау ысулдары, үтә ваҡ бөртөклө еңел иретмәләрҙе алыу ысулдары һәм уларҙың физик нигеҙҙәре уйлап табыла. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең сәнәғәт пр‑тиеларында индерелгән. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Н.П.Барыкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.