ҠӘҘЕР, Дыуан р‑нындағы ауыл, Рухтин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 16 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 609 кеше; 1920 — 602; 1939 — 479; 1959 — 537; 1989 — 427; 2002 — 437; 2010 — 400 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мәсәғүт гимназияһы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1760 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1700 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Әйле улусы башҡорттары нигеҙ һала. 1795 й. 30 йортта 202 кеше йәшәгән, 1865 й. 86 йортта — 462 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, мөгәзәй, борам м‑н сығыу урыны теркәлгән. Ҡ. эргәһендә Ҡәҙер ҡурғандары һәм Ҡәҙер торамаһы урынлашҡан.

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке