“АҠБУҘАТ”, Учалы р‑ны Ҡорама а. мәҙәниәт йортоноң балалар драма театры. 1980 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1985 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1996 й. “өлгөлө” исеме бирелә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — В.Ф.Лифшицтың “Иркәбай мажаралары”. 1980—2010 йй. 35‑кә яҡын спектакль ҡуйылған: Ф.Ә.Исхаҡованың “Зәңгәр сәс”, Лифшицтың “Кәзә менән бүре” һәм “Тылсымлы таяҡ”, Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип”, Ғ.Н.Ибраһимовтың (художество етәксеһе, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре) Р.Киплинг хикәйәләре б‑са “Маугли” һ.б. Ролдәрҙе Ҡорама һәм Комсомольск урта мәктәптәре уҡыусылары башҡара. Режиссёрҙары: Ибраһимов, Г.И.Хәлиуллина; рәссамы — Л.М.Ҡотоева; муз. яҡтан биҙәү — И.А.Атйетәров, А.М. Сәғитова. “Алтын тирмә” Респ. халыҡ театрҙары фестивале лауреаты (Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ-Миәкә а., 2000; Дүртөйлө ҡ., 2003); “Шатлыҡ” Респ. фестивале дипломанты (Өфө, 1994).

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018