ҠАҘЫРША, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Һабыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 137 км алыҫлыҡта Бирмәҫбаш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 418 кеше; 1920 – 472; 1939 – 370; 1959 – 198; 1989 – 127; 2002 – 124; 2010 – 105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Һабыр урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1786 й.) алып билдәле. 1866 й. 52 йортта 272 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәктәп теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке