ҠЫҪЫР СӘСКӘ (Geum), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: аллеп Ҡ.с., ҡала Ҡ.с., йылға Ҡ.с. Күп йыллыҡ үҫемлектәр. Һабаҡтары төҙ, ҡытыршы, бейеклеге 60— 80 см тиклем. Һабаҡ япраҡтары өс бүлемле, ҡыҫҡа һаплы йәки ултырма; тамыр яныныҡы ҡауырһын һымаҡ бүлемле, оҙон һаплы. Сәскәләре ботаҡ остарында, һары, һарғылт аҡ төҫтә, яңғыҙар. Май—авг. сәскә ата. Емеше — сәтләүек, июль—сент. өлгөрә. Һыубаҫар болондарҙа, урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, һыу буйҙарында үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Ҡ.с. составында дуплаусы матдәләр, ыҫмалалар, эфир майҙары, С витамины, каротиноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Сағыу ҡыҙыл Ҡ.с. — декоратив үҫемлек.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке