ҠУРПЫСЫҠ(Scolopax rusticola), сәпсәүһымаҡтар отрядының һаралйындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙәһе тығыҙ, йомро, оҙонлоғо яҡынса 35 см, ауырлығы 270—305 г. Ҡауырһын ҡапламы өҫ яҡтан ерәнһыу көрән, ҡара, көрән, һоро таплы, аҫ яҡтан һорғолт охра төҫөндә, көрән арҡыры тулҡынлы. Түбәһе һәм соңҡаһында арҡыры ҡара киң һәм асыҡ тут төҫтәге тар һыҙаттар бар. Суҡышы оҙон, тура, күҙҙәре арттараҡ һәм өҫтәрәк урынлашҡан. Ҡанаты киң, ҡыҫҡа. Полигам. Уйын осоштары иртән һәм кис була. Ояһы — урман түшәмәһендәге, ҡыуаҡлыҡтағы, тәпәш ҡуйы үлән араһындағы ерҙәге һай соҡор. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 4 көрән таплы йәшкелт зәйтүн төҫөндәге йомортҡа һала. Инә ҡош 20—24 көн баҫа. Эңер ҡошо. Селәүсендәр, бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары м‑н туҡлана. Һаҙлы ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа йәшәй. БР‑ҙа урман һәм урман‑дала зоналарында осрай. Спорт һунары объекты.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.