“АҠБУҘАТ”, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Яҙыусылар союзы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 17 мең дананан ашыу (2010). 1989 й. майынан “Ағиҙел ж. эсендәге журнал булараҡ “Бәпембә” исеме м‑н сыға башлай, 1991 й. алып хәҙ. статуста һәм хәҙ. исем м‑н нәшер ителә. Балалар өсөн башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры әҫәрҙәре, йомаҡтар, уйындар, башватҡыстар һ.б. баҫыла. Балаларҙы мәктәпкә әҙерләүгә арналған махсус бүлектәре бар. Рубрикалары: “Бәпембә”, “Минең белгем килә”, “Башҡорт теле — туған телем”, “Инглизсә өйрәнәйек әле” һ.б. Мөхәррирҙәре: Ф.Һ.Туғыҙбаева (1991 й. алып), Т.И.Юлдашева (Т.Искәндәриә; 2010 й. алып).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018