ҠЫРҠ ТУҒЫҘЫНСЫ ӨЙРӘНСЕК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1942 й. авг. Өфөлә 4‑се айырым өйрәнсек бригадаһы булараҡ ойошторола; 1944 й. июненән — 49‑сы өйрәнсек дивизияһы. Көньяҡ Урал хәрби округына ингән. 5 полктан (автоматсылар полкынан, миномёт, пулемёт һәм 2 снайпер полкынан) торған. Армияның личный составы резервтарын әҙерләүгә тәғәйенләнгән. 1945 й. нояб. таратыла. Ком.: ген.-майорҙар М.Ә.Әбсәләмов (1942 й. алып), Дубянский (1943—45).

Әҙәб.: Бикмеев М.А. Военный вклад Башкортостана в победу в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. Уфа, 1997.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.