ҠАҘЫ-ЙӘЛДӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Ҡыҙылкүл (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 583 кеше; 1920 – 711; 1939 – 620; 1959 – 358; 1989 – 225; 2002 – 244; 2010 – 273 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1652 й. алып Йәлдәк исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Балта, Балтай (аҫаба Балта Яҡшығолов исеменән), Йәлдәк (Ҡаҙыбаш), Башҡорт Йәлдәге исемдәре м‑н билдәле булған. 18 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, 1792 й. һәм 1804 й. – мишәрҙәр урынлашҡан. 1795 й. 21 йортта 162 кеше йәшәгән, 1865 й. 134 йортта – 744 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, тәгәрмәс яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1876 й. төҙөлгән), бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке