ҠАҘЫ, ҡаҙылыҡ, башҡорт аш-һыуының традицион ит аҙығы. Малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән күп халыҡтарҙа осрай. Башҡорттарҙа Ҡ. йылҡы итенән әҙерләнә; туралған йәки йоҡа итеп теленгән иткә йылҡы майы, тоҙ ҡушып, йылҡы эсәгенә тултыралар, артабан, остарын бәйләп, ҡаҡлау өсөн ҡояшҡа эләләр. Ҡайһы ваҡыт Ҡ. усаҡ төтөнөндә йәки махсус ыҫлыҡтарҙа ыҫлайҙар, һирәкләп туңдырылған килеш һаҡлайҙар. Ҡабырға ҡаҙыһы (ҡабырға итенән һәм майынан әҙерләнгән Ҡ.) юғары баһаланған. Һуғым мәлендә Ҡ. һаҡлау өсөн әҙерләгәндәр.

Әҙәб.: Гаделгареева Р.Г. Традиционные способы консервирования молочных и мясных продуктов у башкир //Культура и быт башкир. Уфа, 1978.

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.