ҠАҘТУҒАН ЙЫРАУ, Ҡаҙтуған Һөйөнөс улы, шағир‑импровизатор. Ҡ.й. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Күп кенә башҡ., ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ғалимдары (М.Х.Иҙелбаев, К.Мәмбәтов, Г.Муштак, Х.Суйыншәлиев һ.б.) фекеренсә, Ҡ.й. яҡынса 1420 й. Волга буйҙарында (Әстерхан өлк. Ҡыҙыл Яр а. эргәһендә) тыуған. Сығышы м‑н аҡһөйәк хәрбиҙәр нәҫеленән, төрки ырыуҙарының береһенең (нуғайҙарҙың ҡара‑ҡыпсаҡ ырыуы, тип фараз итәләр) юлбашсыһы була. 15 б. 2‑се ярт. уның ырыуы Ҡ.й. етәкс. тыуған ерҙәрен ташлап китә һәм Ҡаҙаҡ ханлығы составына барып ҡушыла. Ғ.Б.Хөсәйенов фекеренсә, Ҡ.й. Көньяҡ Уралда тыуған, башҡ. ырыуҙарының береһенән сыҡҡан. Йырауҙың ижади мираҫына “Ялан да ялан, ялан йорт...” ҡобайыры, “Ҡабарынған өкө шикелле...” һәм “Билгеле бейек күк бөркөт...” шиғырҙары инә. Әҫәрҙәрендә Ҡ.й. ил юлбашсыһының һәм халыҡтың ҡаҡшамаҫ берҙәмлек идеяһын раҫлай, хәрби батырлыҡҡа, тыуған тәбиғәттең матурлығына дан йырлай. Йырау ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай халыҡтарының уртаҡ ҡаҙанышы һанала.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке