ҠАҘМАШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 22 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Оло Ҡаҙмаш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 387 кеше; 1920 – 747; 1939 – 630; 1959 – 461; 1989 – 465; 2002 – 333; 2010 – 538 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ҡаҙмаш урта мәктәбе, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 17 йортта 96 кеше йәшәгән, 1866 й. 42 йортта – 280 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. шулай уҡ 3 һыу тирмәне теркәлгән. Н.Х.Ишбулатов ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.