ҠАҘИР, Ҡалмаҡ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Волостновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Мәнеү й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 180 кеше; 1920 — 219; 1939 — 154; 1959 — 165; 1989 — 129; 2002 — 140; 2010 — 127 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡалдар урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 1766 й. Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡаҙир Иҫәнбирҙин исеме м‑н аталған. 19 б. уртаһында Ҡ. 18 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Ҡалмаҡ а. (Ҡалмаҡ Сурин исеме м‑н аталған) ҡушылған, тип фараз ителә. 1866 й. 29 йортта 172 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.