ҠАҘҘАР, ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡоштар. 30 төрө билдәле, Европала, Азияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралғандар. БР‑ҙа 8 төрө осрай (аҡ маңлайлы ҡаҙ, аҡ ҡаҙ, сыбар ҡаҙ, ала ҡаҙ, аҡ яңаҡлы ҡаҙ, этала ҡаҙ, ҡара ҡаҙ; сәңкелдәк ҡаҙ). Кәүҙә оҙонлоғо 60—100 см, ауырлығы яҡынса 6 кг. Төҫө һорғолт көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем. Суҡышы ҙур, күпселек төрҙәрҙең суҡыш төбө йыуан. Аяғы йөҙөүгә ҡарағанда атлап йөрөүгә нығыраҡ яраҡлашҡан. Енси диморфизм хас: ата ҡаҙҙар ҙурыраҡ. Моногам. Ояны ерҙә ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 1—10 аҡ, һарғылт аҡ йәки алһыу төҫмөрлө асыҡ һары төҫтәге йомортҡа һала. Инә ҡош 24—28 көн баҫа, ата ҡаҙ һәр ваҡыт оя янында була. Үҫемлек м‑н туҡлана. БР‑ҙа ала ҡаҙ оя ҡора, башҡа төрҙәре йылы яҡҡа осоп китеү, ҡайтыу ваҡытында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән төрҙәренән башҡа, Ҡ. спорт һунары объекты булып тора. Ала Ҡ. БР‑ҙың, этала Ҡ. — БР‑ҙың һәм РФ‑тың, сәңкелдәк Ҡ. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке