АЛТАҠАР, Алсағыр (16 б. 1‑се ярт.), Нуғай мырҙаһы, Иҙеүкәй нәҫеленән. Муса бейҙең улы, Исмәғил м‑н Йософтоң туғаны. Баҫманға яҡын кешеләр иҫәбендә була. Баҫман яҡлауын алған Байтирәк мырҙа м‑н ер өсөн бәхәскә инә. А. үҙ улусы м‑н Эмба й. буйына күсеп китергә мәжбүр була, унан Баҫман биләмәләренә сапҡындар яһай. Баҫман һәләк булғандан һуң, үҙ йоғонтоһон Башҡортостандың көньяғына һәм көньяҡ‑көнсығышына йәйелдерә. Аҡназар ғәскәрҙәре м‑н һуғышта тар‑мар ителә һәм үлтерелә.

С.И.Хәмиҙуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.