ҠАҘАЯҠ, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай; Куйбышев т. юлы разъезы (Өфө—Златоуст участкаһы). Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 165 кеше; 1939 – 275; 1959 – 1271; 1989 – 627; 2002 – 712; 2010 – 878 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1908 й. Өфө өйәҙендә Һамар— Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын һалған ваҡытта Ҡаҙаяҡ разъезы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1917 й. 16 йортта 66 кеше йәшәгән. 2005 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке