ҠАҘАЯҠ (Pteridium), гиполепис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. 8 төрө билдәле, сүллек, дала һәм поляр райондарҙан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ. үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған оҙон тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Япрағы (вайялары) оҙон һаплы, асыҡ йәшел төҫтә, тиресәле, ҡаты, ике, өс тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә, оҙон тамырһабаҡта яңғыҙар урынлашҡандар. 1‑се тәртип сегменттары ланцет формаһында, ҡапма‑ҡаршы, аҫҡылары һаплы, 2‑се тәртип — киң төплө оҙонса‑ланцет формаһында, ултырма. Сорустары (спорангиялар төркөмдәре) япраҡ өлөштәренең төрөлгән ситтәре аҫтында бөтөн һыҙат булып урынлашҡан (ялған япма). Споралары һорғолт һары, бөртөклө‑төйөрсөклө. Споралары июль— сент. оса. Һирәкләнгән ылыҫлы, япраҡлы урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә, ҡырҡылған урмандарҙа, ҡоро битләүҙәрҙә, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Кальцефил. Декоратив, ағыулы үҫемлек. Тамырһабағында алкалоидтар, сапониндар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Инсектицид үҙенсәлектәргә эйә. 

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.