ҠАҘАНСЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Кәстәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 98 км алыҫлыҡта Шәрәшле й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1307 кеше; 1920 – 1747; 1939 – 1400; 1959 – 934; 1989 – 445; 2002 – 419; 2010 – 327 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1708 й. алып билдәле. 1794 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында дәүләт крәҫтиәндәре күсеп ултыра. 1865 й. 158 йортта 912 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Расколсылар ғибәҙәтханаһы, 11 тирмән булған. 1906 й. сиркәү (1896 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 

 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.