ҠАҘАНЛЫТАМАҠ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Донской а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 27 км һәм Глуховская т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Мәҡсүт й. (Өҫән й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 197 кеше; 1920 – 333; 1939 – 432; 1959 – 297; 1989 – 146; 2002 – 137; 2010 – 133 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1741 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары м‑н 1755 й. төҙөлгән килешеү б‑са бында мишәрҙәр килеп ултыра. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 16 йортта 83 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Т.М.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке