ҠАҘАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 545 кеше; 1920 – 655; 1939 – 464; 1959 — 420; 1989 – 396; 2002 – 382; 2010 – 441 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1780 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1765 й.) алып билдәле. 1826 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. (типтәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған) 35 йортта 214 кеше йәшәгән, 1865 й. 90 йортта – 469 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.