“ҠАҘАНҒОЛ ТӘЖРИБӘ-ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ”, ААЙ. Башҡортостандың Урал алды дала зонаһы өсөн игенселек, агрохимия, үҫемлектәрҙе һаҡлау, үҫемлекселекте механизациялау, һыйырсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Иген, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы культуралары, көнбағыш орлоҡсолоғона һәм ҡара‑сыбар тоҡомло йәш һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. 1930 й. Дәүләкән иген с‑зының Ҡаҙанғол бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1935 й. алып “Ҡаҙанғол” с‑зы, 1961 й. — “Ҡаҙанғол” тәжрибә‑производство хужалығы, 2010 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Дәүләкән р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Вперёд ауылы. 2011 й. 130 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 5607 га, ш. иҫ. һөрөнтө ер — 4360 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 26, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 12, көнбағыш (орлоҡ) — 18, шәкәр сөгөлдөрө — 250. Һыйыр малы һаны — 689 (180 һыйыр); һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 4500 кг; етештереү (т): һөт — 810, ит — 750. Тәжрибә‑производство  хужалығында Урал алды дала зонаһы өсөн сәсеү әйләнештәренең төрлө типтары һәм төрҙәре, а.х. культураларын үҫтереүҙең интенсив технологиялары һ.б. эшләнгән һәм тәҡдим ителгән. Тәжрибә‑производство хужалығы м‑н И.П.Юхин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.