ҠАЗАН ЯРУСЫ (Ҡазан губ. исеменән), пермдең биармия бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Уржум һәм өфө ярустары араһында урынлашҡан. А.В.Нечаев айырып күрһәтә (1915). Аҫҡы һәм өҫкө ярым ярустарға бүленә. Диңгеҙ һәм континенталь ултырмаларҙан тора. Диңгеҙ ултырмаларына фораминиферҙар, гастроподтар, ҡабырсаҡтар, брахиоподтар хас; континенталь ҡатламдарҙа бары тик сөсө һыуҙа йәшәй торған остракодтар бар. БР‑ҙың платформалы өлөшөндә аҫҡы ярым ярус диңгеҙ ултырмаларынан (балсыҡлы һәүерташтар һәм эзбизташтар), өҫкөһө — 150 м тиклем ҡалынлыҡтағы диңгеҙ ҡултығы һәм континенталь ултырма тоҡомдарҙан ғибәрәт. Урал алды бөгөлөндә Ҡ.я. составында 1700 м тиклем ҡалынлыҡтағы эзбизташ, доломит, аргиллит, алевролит, конгломераттар булған ҡыҙыл төҫлө диңгеҙ ҡултығы‑континенталь ултырмаларҙан тора.

Е.И.Кулагина

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.