ҠАҘАНЛЫҠ ЯҒЫУЛЫҒЫ (шыйыҡ хәлдәге). Ҡ.я. нефть, һәүерташ һәм күмер мазуттарынан булғандарға, ауыр нефттәргә бүләләр. Нефть ҡалдыҡтарын (гудрон, крекинг ҡалдыҡтары, мазут, асфальтһыҙлаштырыу процесы асфальты һ.б.) крекинг һәм кокслаштырыуҙың газойль фракциялары м‑н ҡушып алалар. Ҡ.я. Башҡортостандың бөтә нефть эшкәртеү з‑дтарында ла сығарыла. 1974 й. алып Ҡарман ДРЭС‑ында Ҡ.я. сифатында Ҡарман НЭЗ‑ында (1982 й. электростанция ҡаҙандарын тәбиғи газға күсергәндән һуң ябыла) алынған бензин фракциялары айырылған нефть файҙаланыла.

Әҙәб.: Топлива, смазочные материалы, технические жидкости. Ассортимент и применение: справочник. М., 1999. 

Ә.Ф.Ишкилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.