ҠАЗАН ЭРГӘҺЕ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16—9 бб. ҡарай. Башҡортостанда Ҡ.э.м. ҡомартҡылары Кама й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. басс. тупланған (Кәкрекүл торамаһы, Иҫке Ҡабан торамаһы II һ.б.). Торамалар ҡалҡыу урында урынлашҡан. Күп камералы, ағас бағаналы конструкциялы һәм 2 яҡлы йәки сатыр тибындағы ҡыйыҡлы тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр торлаҡ хеҙмәтен үтәгән; ҡайһы бер ярым ер өйҙәр үткәүел аша тоташтырылған. Керамика уйылған һәм һыҙылған һыҙыҡтар, бәләкәй генә соҡорҙар һыҙаты, ишелгән бау, тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән яҫы һәм түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡылары – ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр. Ҡурғандар аҫтында мәйеттәр салҡан йәки бөгәрләнгән килеш ҡабырғаға һалып, башы м‑н күбеһенсә көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ҡаратып, йылғаға перпендикуляр рәүештә; ҡурғанһыҙ ҡәберлектәрҙә — салҡан һалып, башы м‑н йылғаға ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙә яу (бронза һөңгө остары, япраҡ рәүешендәге хәнйәрҙәр, кельттар, таш уҡ башаҡтары, һуғыш балталары, бысаҡтар) һәм эш (таш бысаҡтар, сүкештәр, бырауҙар, арҡыры балталар, иген онтағыстар, ҡырғыстар, еҙ һәм һөйәк беҙҙәр, һөйәк тишкестәр, балсыҡ тигелдәр) ҡоралдары, биҙәүестәр (баҡыр тәңкәләр, беләҙектәр, алтын фольга м‑н уратылған сикә сулпылары, йомро еҙ, быяла, цилиндр формаһындағы һөйәк муйынсаҡтар), баҡыр шлак табылған. Ҡ.э.м. Урта Волга буйында Волосов мәҙәниәте һәм Бура мәҙәниәте ҡәбиләләре нигеҙендә формалашҡан. Халҡы малсылыҡ, игенселек, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡ.э.м. һуңғы (маклашеевка) этабы ҡәбиләләре Ананьин мәҙәниәте формалашыу компоненттарының береһе булған. Ҡ.э.м. өйрәнеүселәр: А.В.Збруева, Н.Ф.Калинин, А.Х.Халиҡов һ.б. 

Әҙәб.: Халиков А.Х. Приказанская культура. М., 1980 (Археология СССР. Серия: Свод археологических источников. В 1—24).

М.Ф.Обыдённов

Тәрж. М.Хәкимова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.