ҠАЗАН ҺАРАЙЫ ПРИКАЗЫ, Ҡазан һарайы, Мещера һарайы, 16 б. уртаһы — 18 б. башында Рәсәйҙең үҙәк дәүләт учреждениеларының береһе. Ҡ.һ.п. дума дьягы етәкселек иткән. Башҡортостанда (Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы ваҡытынан алып), Ҡазан өйәҙендә, Мещерала (Елатьма, Кадом, Ҡасим, Муҡшы, Темников, Шацк ҡҡ.), Түб. Новгород өйәҙе (1587 й. тиклем), Түб. һәм Урта Волга буйында, Себерҙә (1637 й. алып Себер приказы ҡарамағында) адм., хәрби, суд һәм финанс эштәренә идара иткән. Яһаҡ китаптарын төҙөүгә һәм урыҫ булмаған халыҡтан яһаҡ (Мәскәүгә ебәрелгән) йыйыуға етәкселек иткән. Ҡ.һ.п. Рәсәй дәүләтендә хөкүмәттең дөйөм милли сәйәсәте билдәләнгән; илдең көньяҡ-көнсығышындағы терр‑ялар м‑н дипломатик бәйләнештәр уның ҡарамағында булған. Үҙ аллы бюджеты булған (17 б. 2‑се ярт. 120—140 мең һум тәшкил иткән), уның 7—10%‑ы дәүләт ҡаҙнаһына киткән. 1701 й. приказ архивындағы янғындан һуң аҫаба һәм финанс эштәре м‑н идара итеү Мәскәүҙән Ҡазанға күсерелә (Ҡазан өйәҙ власть органдары Ҡ.һ.п. терр‑яһында йыйылған һалымды үҙ ҡарамағына ала). Оброк, оклад, килем һәм яһаҡ кенәгәләре Өфө приказ йортонан алынып, Ҡазан воеводаларына бирелә (1702 й. Өфө өйәҙенә ебәрелгән яһаҡ йыйыусылар Өфө яһаҡ кенәгәләрендә күп хаталарҙы асыҡлай). Ҡ.һ.п. 1709 й. Ҡазан губернаһы төҙөлгәндән һуң бөтөрөлә.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. В.Х.Миһранова

Текст на русском языке