• Печать

ҠАЗАН ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) осоронда Рәсәйҙәге тәфтиш һәм суд учреждениеһы. 1773 й. дек. императрица Екатерина II 1773 й. 29 нояб. указы м‑н ойошторола. Ҡ.й.к. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы ҡарамағында була, хәрби командование һәм Ҡазан, Ырымбур губ. хакимиәттәре һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Комиссия “Пётр III” шәхесен асыҡлау, Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусылар эшен тикшереү һәм хөкөм ҡарары сығарыу, баш күтәреүселәр хәрәкәтенең сәбәптәрен асыҡлау м‑н шөғөлләнә. Буйһонмағандарға яза һәм ихтилал баш лыҡтарын тотоп биреүселәргә аҡса вәғәҙә итеп, башҡорттарға өгөт‑нәсихәт м‑н хаттар ебәргән. Һорау алыу һәм хөкөм ҡарары протоколдары Екатерина II ебәрелгән. 1774 й. март аҙ. Ырымбур һәм Өфө янындағы киң хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә өҫтәмә тәфтиш органы — Ырымбур йәшерен комиссияһы ойошторола. 1774 й. 12 һәм 15 июлендә Ҡазан тирәһендәге һуғыштарҙан һәм бер нисә мең кеше әсиргә алынғандан һуң комиссия эштәрҙе ҡарауҙың һәм хәл итеүҙең ябайыраҡ ысулына күсә; ғәйебе аҙ булған баш күтәреүселәр расписка б‑са ебәрелгән. Ҡ.й.к. тарафынан 9164 эш, ш. иҫ. И.Н.Зарубин, Кинйә Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Ҡәнзәфәр Усаев, Салауат Юлаев эштәре, ҡарала. Комиссия ҡарары б‑са 28 кеше язалап үлтерелә, 714‑е тән язаһына хөкөм ителә, шуларҙың 114‑е һөргөнгә, 36‑һы һалдат хеҙмәтенә оҙатыла, ҡалғандары иреккә сығарыла. Ҡ.й.к. етәкселәре: А.И.Бибиков (1773 й. 29 нояб. алып), Я.Л. Брант (1774 й. 26 апр. алып), 1774 й. 11 июненән Ҡазан һәм Ырымбур йәшерен комиссияларына дөйөм етәкселекте П.С.Потёмкин ала.

Әҙәб.: Овчинников Р.В. Следствие и суд над Е.И.Пугачёвым и его сподвижниками: источниковед. исслед. М., 1995.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке