ҠАЗАН ДАРУҒАҺЫ, 16 б. һуңғы сирегендә Өфө өйәҙе, 18 б. башында Өфө провинцияһы, 1744 й. Ырымбур губернаһы составына ингән (ҡара: Даруға). 17 б. аҙ. төньяҡ-көнсығышта — Уҫы даруғаһы, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Ҡазан өйәҙе м‑н сиктәш була. 1725—26 йй. Ҡ.д. 12 башҡ. улусы (7,8 меңдән ашыу хужалыҡ), 1775 й. 18 улус (Байлар, Бүләр, Гәрә, Дыуанай, Йылан, Йәлдәк, Йәнәй, Ҡаңлы, Ҡаршын, Ҡыпсаҡ, Ҡырғыҙ, Ҡыр- Йылан, Надир, Ҫарылы-Мең, Урман- Гәрә, Һеңрән, Шәмшәҙе, Юрмый) ингән. Өйәҙҙәргә бүленгәндән һуң 1781 й. Ҡ.д. Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Бөрө өйәҙенең бер өлөшө, Бәләбәй өйәҙе, Сергиевск өйәҙенең бер өлөшө ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Ҡ.д. тамам бөтөрөлә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке