ҠАЗАН ГУБЕРНАҺЫ, 1708 й. Ҡазан һарайы приказы ҡарамағындағы терр‑яның бер өлөшөндә ойошторола. Губернаға Урта һәм Түб. Волга буйы (37 ҡала һәм 34 биҫтә), ш. иҫ. Өфө өйәҙе (Бөрө, Зәй, Минзәлә, Табын биҫтәләре м‑н Өфө, батша һарайы ауылы Ҡаракүл) инә. Губерна реформаһы башҡорт ихтилалдары (1704—11) ваҡытында үткәрелә һәм Өфө өйәҙе алдан көтөлгән Өфө губ. урынына Ҡ.г. составына индерелә. Был аҙым өйәҙҙең үҙ аллылығын сикләй, ш. уҡ хөкүмәт баш күтәреүселәрҙе губернаның ерле халҡы көсө м‑н баҫтырырға иҫәп тота. Ҡ.г. төньяҡта Архангелогород губ., көнсығышта — Себер губернаһы, көньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көньяҡ-көнбайышта — Фарсы иле, көнбайышта Азов губ. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Ҡазан. Ҡ.г. ойошторолғас, Өфө приказ йортоноң документтары Ҡазан губерна канцелярияһына күсерелә, хәрби, дипломатик, финанс мәсьәләләре, сауҙа эшен ойоштороу, хәрби хеҙмәткә алыу Ҡазан губернаторы ҡарамағына бирелә. Губернатор м‑н Өфө воеводаһы вәкәләттәре аныҡланмай, воевода тәғәйенләү т‑да указ сығарылмай. 1704—11 йй. ихтилал ваҡытында губерна властарының соц.- сәйәси хәлде көйләргә һәләтһеҙлеге, стрелецтар ғәскәрен Ҡазанға күсереү һөҙөмтәһендә Өфөләге ҡораллы көстәрҙең хәле ауырлашыуы, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡарағалпаҡ һәм Себер татарҙарының Ҡазанды Рәсәйҙең дипломатик үҙәге тип таныуҙан баш тартыуы арҡаһында 1711 й. Өфө өйәҙе туранан-тура Сенат ҡарамағына бирелә. 1728 й. ҡабул ителгән рәсми указ б‑са Өфө провинцияһы (Минзәләнән тыш) губерна составынан сығарыла. 1920 й. Ҡ.г. бөтөрөлә, терр‑яһы ТАССР, Мари һәм Сыуаш авт. өлкәләре составына инә.

В.Н.Моратова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке