ҠАЗАН БОЖЬЯ МАТЕРЬ СОБОРЫ, Стәрлетамаҡ ҡ. Сиркәү майҙанында урынлашҡан була. 1837 й. Ырымбур губ. архитекторы Я.И.Алфеев проекты б‑са мәхәлләгә йөрөгән кешеләр аҡсаһына һәм урындағы сауҙагәрҙәрҙең хәйриә аҡсаһына сиркәү итеп нигеҙ һалына. 1834 й. янған Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә һалынған ағас сиркәү (1806 й. төҙөлгән; 1824 й. Ырымбурҙан Өфөгә килешләй сиркәүҙә Александр I була) урынында урынлашҡан. Төп өлөшө 1850 й. төҙөлә һәм изгеләндерелә (төҙөлөш 1864 й. тамамлана), 1878 й. собор статусын ала. Собор классицизм стилендә, таштан, 5 көмбәҙле, башына көмөш тәреләр ҡуйылған, айырым урынлашҡан 4 яруслы манаралы (төп ҡыңғырауы 200 бот ауырлыҡта), селтәрләп ҡойолған суйын ҡойма м‑н кәртәләнгән (1867). Бина һыҙмала тура дүрт мөйөшлө, төп ишеген 6 колонналы портик биҙәй. Соборҙың 3 өҫтәле була: төп өҫтәл – Ҡазан Божья Матерь (1850 й. изгеләндерелә), уң приделдағыһы – святитель Николай Чудотворец (1838), һулдағыһы изге Благоверный кенәз Александр Невский (1851) хөрмәтенә арнап эшләнә; соборҙа биҙәкләп яһалған, алтын ялатылған 3 иконостас, ш. иҫ. И.Ф.Базилевский аҡсаһына Петербург художество акад. (иконаларҙың береһе ошо акад. ағзаһы М.Н.Воробьёв тарафынан яҙыла) эшләнгән иконостас, ҡиммәтле ризаларҙа Ҡотҡарыусы, Божья Матерь, Раббы һәм Архангел Михаил Сретениеһы иконалары була. Мәхәллә попечителлеге (1881 й. алып), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе (1839 й. алып), ҡатын- ҡыҙҙар мәктәбе (1860 йй. алып) эшләгән. Соборға Феодор зыярат сиркәүе (1858 й. төҙөлә) беркетелгән була. 1917 й. причт 2 протоиерейҙан, 2 священниктан һәм дьякондан тора. Мәхәлләгә ҡаланың диндарҙары ҡарай (8928 кеше, ш. иҫ. 4429 ир‑ат һәм 4499 ҡатын‑ҡыҙ, шуларҙың 1794‑е раскольник һәм 3‑өһө католик була). 1929 й. собор ябыла, тәреләре м‑н ҡыңғырауҙары алына, бинаһы клуб итеп үҙгәртелә. 1937 й. соборҙы һүтеү башлана, ул 50‑се йй. башына тиклем дауам итә. Билдәле булған настоятелдәре: Ф.И.Бази- левский, В.Н.Сперанский, П.В.Полозов, М.И.Кречетов.

Әҙәб.: Златоверховников И.Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899.

О.А.Григорьева, П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке