КӘЛМӘРГӘН (Pandion haliaetus), ыласын һымаҡтар отрядының кәлмәргәндәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Антарктиданан башҡа, бөтә Ер шары буйлап таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 55—70 см, ауырлығы 1,1—2 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 145—170 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡаты, тығыҙ, арҡаһы ҡара һоро, башы һәм боғағы һоро сыбарлы, тамағы һәм ҡорһағы аҡ. Күҙе һары, суҡышының төбөнән күҙенә һәм артабан муйынына саҡлы киң ҡара һыҙат үтә. Суҡышы ҡара. Ҡанаты оҙон, осло. Аяғы ҡауырһынһыҙ бәкәл һөйәкле, зәңгәрһыу. Бармаҡтарының һыртында табышын ысҡындырмаҫҡа булышлыҡ итеүсе сәнскәктәр бар. Тырнаҡтары оҙон, бөгөлгән. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тар. Моногам. Ояһын (диам. 1—1,5, бейеклеге 1 м ашыу) ваҡ ботаҡтарҙан ағас, ҡая башында, ҡайһы ваҡыт ерҙә ҡора, төбөнә үлән түшәй. 2—3, һирәк осраҡта 4 ҡыҙғылт көрән, көлһыу йәки миләүшә төҫөндәге таплы зәңгәрһыу йәки һоро йомортҡа һала. Инә ҡош 35—38 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Балыҡтар, ҡайһы берҙә тәлмәрйен, өйрәк, көшөл м‑н туҡлана. Һыу ятҡылыҡтары янында йәшәй. БР‑ҙа һирәкләп Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке