КҮЛДӘРҘЕ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, лимнология, ҡоро ер гидрологияһы бүлеге, һыу алмашыныу аҡрын барған һыу ятҡылыҡтарында (күлдәр, һыуһаҡлағыстар һ.б.) бер‑береһе м‑н бәйле физик, химик, биол. процестар комплексын өйрәнә. Физик‑геогр., гидрологик, метеорологик, геоботаник, гидробиол., геохимик, геоморфол. һ.б. төрлө тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә нигеҙләнә. Биология, ихтиология, экология һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостан күлдәре т‑да тәүге фәнни мәғлүмәттәр “Ырымбур топографияһында бирелә. 19 б. 2‑се ярт. алып Башҡортостандың Урал аръяғы күлдәрен Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте ағзалары (В.Д.Аленицын, Л.С.Сабанеев һ.б.) өйрәнә. 20 б. 30‑сы йй. гидрометеорология хеҙмәте тарафынан Асылыкүлдең һыу һаҡлау, һыу ағышын көйләү һәм экол. әһәмиәтен өйрәнеү өсөн күҙәтеүҙәр ойошторола. 70‑се йй. башлап Рәсәй һыу хужалығы ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалында, Башҡорт дәүләт университетында һ.б. күлдәрҙең морфометрияһы, экологик шарттарының үҙгәреү үҙенсәлектәре һәм һыу балансы тикшерелә (В.А.Балков, Н.М.Грамматикова, Ә.М.Гәрәев һ.б.).

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке