ҠАҘАҠТАР, халыҡ, Ҡаҙағстандың төп халҡы. Ҡ. һаны Ҡаҙағстанда 1989 й. — 6,5 млн, 2006 й. — 9,01 млн, 2009 й. — 10,1 млн кеше, РСФСР‑ҙа 1989 й. — 636 мең, 2002 й. РФ‑та — 654 мең, БР‑ҙа — 4,1 мең, ошоға ярашлы 2010 й. — 647,7 һәм 4,3 мең кеше. Ҡ. БР‑ҙың Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ р‑ндарында тупланып йәшәй. Ҡ. бер өлөшө ҡаҙаҡ телен, бер ни тиклеме башҡорт телен, татар телен, күпселеге урыҫ телен белә һәм ҡаҙаҡ телен туған теле тип һанай. Диндарҙарҙың күпселеге мосолман-сөнниҙәр (ҡара: Ислам, Сөнниселек). 14 б. аҙ. — 15 б. башында Ҡ. Нуғай Урҙаһы һәм Үзбәк ханлығы составына инә, 15 б. 2‑се ярт. Ҡаҙаҡ ханлығына берләшә. Уның эсендә 3 төркөм ҡәбилә берләшмәһе — Оло, Урта һәм Кесе йөҙҙәр барлыҡҡа килә. Кесе йөҙ башҡорттарҙың көньяҡ- көнсығыш һәм көньяҡ ерҙәре м‑н сиктәш була. Урыны м‑н Ҡ. йәйләгән ерҙәр Урал й. урта ағымына һәм уның ҡушылдығы Илек й. (ҡара: Башҡортостан) үрге ағымына барып еткән. Ҡ. м‑н оҙайлы күрше булыу көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙың этник үҫешенә йоғонто яһаған. Бөрйән, ҡыпсаҡ, табын ҡәбиләләре составында Ҡ. осраған “байулы” ырыу атамалары бар.

Ҡ. Ырымбур губернаһына күпләп күсенеүе 18 б. аҙ. башлана. 19 б. башында Ырымбур губ. Ҡ. һаны 20 мең тәшкил итә. Ҡ. йәйләүҙәре Иртыш, Ишем, Тубыл йй. тиклем һуҙылып, Волга һәм Урал йй. араһындағы көтөүлектәр өсөн бәхәс һәм бәрелештәргә килтергән. Башҡорттар Ҡаҙаҡ йөҙҙәре хандарына барған Рәсәй хөкүмәте илселегендә ҡатнаша, Ҡ. Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүенә булышлыҡ итә (ҡара: Алдар, Ғ.Ғәбдрәхимов, Әбелхәйер һ.б.). Башҡорт ихтилалдары (17— 18 бб.) осоронда башҡорттар Рәсәй хөкүмәте ғәскәрҙәренән ҡасып, Ҡ. йәшеренгән.

19 б. Ҡ. ерҙән файҙаланыуы 1808 й. указ м‑н көйләнгән, уға ярашлы Ҡ. һалым түләүҙән, йөкләмә үтәүҙән 10 йылға азат ителгән.

Күсмә малсылыҡ Ҡ. традицион шөғөлө булған. Башлыса йылҡы һәм һарыҡ, аҙыраҡ һыйыр малы, дөйә үрсеткәндәр. Тире эшкәртеү, кейеҙ баҫыу, сигеү, балаҫ һуғыу кеүек кәсептәр үҫешкән була.

Ҡ. традицион торамалары — ауыл. Тирмә (төрки халыҡтарҙағы кеүек кейеҙҙән эшләнгән, йыйып алынмалы ағас каркаслы) төп торлаҡ булған. Ағастан һәм таштан, ерҙән һалынған өйҙәр ҙә билдәле.

Ғәҙәти ирҙәр кейеме — күлдәк, бишмәт, ыштан. Ирҙәр һәм ҡатын- ҡыҙҙарҙың төп өҫ кейеме йөн һәм ебәк туҡыманан тегелгән халат булған. Баш кейеменән түбәтәй, кейеҙ эшләпә (ҡалпаҡ), йәнлек тиреһе ҡуйылған ҡышҡы бүрек киң таралған. Ғәҙәти ҡатын-ҡыҙ кейеме киң күлдәк, еңһеҙ камзул һәм ыштандан торған. Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк өҫтөнән сигеүле, уҡа, көмөш тәңкә м‑н биҙәлгән буҫтау йәки бәрхәт түшелдерек йөрөткән. Туй ваҡытында кәләш башына тәңкәләр, аҫыл таштар һәм сулпылар м‑н биҙәлгән бейек түбәле, буҫтау йәки бәрхәт ҡалпаҡ кейгән, кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ситсанан, һирәк осраҡта ебәктән тегелгән, башын, күкрәген, арҡаһын ҡаплап, бите асыҡ ҡалдырылған аҡ көләпәрә йөрөткән. Ҡыҙҙарҙың ҡышҡы баш кейеме (бүрек, ҡамсат бүрек) йәнлек тиреһе м‑н ҡайылып, ҡаурый, сулпылар м‑н биҙәлгән. Көмөш һәм баҡыр беләҙек, балдаҡ, йөҙөк, һырға, ынйы, мәрйен, сәйлән муйынсаҡтар традицион биҙәүестәр һаналған. Сигеүле, көмөш ҡаптырмалы ҡайыш ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең мотлаҡ элементы булған.

Ҡаҙаҡтарҙың традицион аш-һыуында ит аҙыҡтары киң таралған: бишбармаҡ, туҡмас, былау. Һыйыр һәм һарыҡ һөтөнән айран, ҡатыҡ, ҡорот, сыр, бейә һөтөнән ҡымыҙ әҙерләгәндәр.

Ғәҙәттә, Ҡ. ғаиләһе күп (10 һәм унан да күберәк) балалы. Ғаилә ҡоҙалау б‑са барлыҡҡа килгән, ҡыҙ урлау йолаһы ла булған. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә левират, сорорат һаҡланған. Мөлкәтте вариҫлыҡҡа алғанда минорат ҡағиҙәһе тотолған. Ҡ. иң сағыу йолалары туй үткәреү һәм бала тыуыу (бишек туйы) м‑н бәйле. Яҙ килеүгә арналған байрамдарҙың береһе булып науруз иҫәпләнә. Ураҙа ғәйете, Ҡорбан ғәйете кеүек дини байрамдарҙы билдәләгәндәр.

Музыка ҡоралдарынан Ҡ. думбыра, ҡумыҙ, һыбыҙғы һәм һорнай киң таралған.

2000 й. алып БР‑ҙа “Аҡ Бата” ҡаҙаҡ милли мәҙәниәте үҙәге эшләй.

Әҙәб.: Т о л ы б е к о в С.Е. Кочевое общество казахов в XVII — начале XX века: (политико-эконом. анализ). Алма-Ата, 1971; С у л т а н г а л и е в а Г.С. Западный Казахстан в системе этнокультурных контактов (XVIII — начало XX вв.). Уфа, 2001.

Р.З.Йәнғужин, М.Р.Мирхәйҙәрова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика