АЛТАЙ ТОҠОМО, һарыҡтарҙың нәҙек йөнлө, йөн‑ит йүнәлешле тоҡомо. 1930—49 йй. Алтай крайы хужалыҡтарында урындағы меринос һарыҡтарын рамбулье, австралия мериносы, аскания, кавказ тоҡомдары тәкәләренән ҡасырыу ысулы м‑н сығарылған. Башҡортостанда А.т. һарыҡтар 60‑сы йй. аҙ. үрсетелә. Малдар эре, кәүҙәһе оҙон, арҡаһы тигеҙ, һигеҙгүҙ һөйәге бер аҙ һалынҡы, аяҡтары ныҡ. Тәкәләрҙең тере ауырлығы 91—98 кг, һарыҡтарҙыҡы — 45—54 кг. Йөнө яҡшы тигеҙләнгән, асыҡ бөҙрәлек м‑н, сүстәренең йыуанлығы башлыса 64‑се сифатлы (20—23 мкм), оҙонлоғо 7—8 см. Тәкәләрҙән 6,5—8,0 кг, һарыҡтарҙан 4—5 кг йөн ҡырҡып алына. Үрсемлелеге 100 һарыҡҡа 110—145 бәрәс. Һарыҡтар урындағы климат шарттарына яраҡлашҡан, ҡар япмаһы йоҡа булғанда көтөүҙә йөрөй ала. БР‑ҙа һарыҡтар һанының 19%‑ын А.т. тәшкил итә (1998). Башлыса Башҡортостандың Урал аръяғында үрсетелгән. Юғары бонитировка класы көтөүҙәре Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил һ.б. район хужалыҡтарында була. Тоҡомдоң продуктлылыҡ сифаттары Аграр университетта (Т.Х.Мәхмүтова, Ш.Ғ.Усманов), Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институтында (Ф.Ә.Исламов), Ветеринария лабораторияһында (Р.Н.Сәмиғуллин) өйрәнелә.

Әҙәб.: Арасланов Н.Г., Ишмухаметов И.Б. Развитие овцеводства в Башкирии. Уфа, 1963; Исламов Ф.А. Мастер тонкого руна. Уфа, 1978; шул уҡ. Содержание овец. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Ф.Ә.Исламов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке