КЯК Владимир Константинович (8.2.1941, Өфө), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1975), велосипед спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1964). Ҡаҙаҡ физик культура ин‑тын тамамлаған (Алма‑Ата, 1966). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры И.Г.Пукин). 1966 й. алып “Локомотив” ДСО‑һы (Алма‑Ата), 1967 й. — Гастелло Н.Ф. ис. спорт клубы тренеры, 1969 й. — ӨАИ уҡытыусыһы, 1978 й. — 1‑се СДЮСШОР‑ҙа уҡытыусы‑тренер, 1989—2012 йй. 49‑сы урта мәктәптең (бөтәһе лә — Өфө) физик культура уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1975—77 йй. конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында В.И.Варламов.

Тәрж. М.Н.Моратшин

 

Текст на русском языке