КӘКҮКТӘР, кәкүк һымаҡтар (Cuculiformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, 146 төрө билдәле, башлыса ултыраҡ ҡоштар. БР‑ҙа кәкүктәр ғаиләһенә ҡараған 2 төрө бар, башлыса күсәр ҡоштар. Һаҡау К. кәүҙә оҙонлоғо 30—32 см, ауырлығы 70—150 г, ябай К. — 32—34 см, 80—190 г. Ҡауырһын ҡапламы ҡаты, тәненә һылашып тора, мамығы насар үҫешкән. Төҫө һоро, көрән, түше һәм ҡорһағы аҡ, һоро төҫтәге киң арҡыры буйҙары бар. Суҡышы аҫҡа табан бер аҙ бөгөлгән. Күпселек төрҙәрҙең ҡанаты оҙон, осло. Ябай К. аҡ төҫтәге өҫкө япма ҡауырһындарының осонда асыҡ арҡыры һыҙаттар бар (һаҡау К. юҡ). Ҡойроғо оҙон, киртләсле, тура йәки түңәрәкләнеп бөтә. Аяғы дүрт бармаҡлы, 4‑се бармағы артҡа бөгөлә ала, табан һөйәге ҡыҫҡа, ҡауырһынһыҙ ерҙәре ҡалҡансыҡтар м‑н ҡапланған. Енси диморфизм аҙ беленә, ҡайһы берҙә ата ҡош эрерәк. К. күпселек төрҙәре моногам, БР‑ҙа тереклек итеүсе К. — полигам. Оя ҡормай, йомортҡаһын турғай һымаҡтарҙың ояһына һалып китә. Ғәҙәттә 12 йомортҡа һала. Башлыса бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары һәм башҡа умыртҡаһыҙҙар, ҡайһы берҙә ҡош балалары һәм йомортҡалары, ваҡ имеҙеүселәр, һөйрәлеүселәр м‑н туҡлана. Урманда, парктарҙа һәм баҡсаларҙа йәшәй. Бөтә респ. буйлап таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке