ҠАҘАҠЛАР‑ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Кәпәй-Ҡобау а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Кирсән й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 525 кеше; 1920 – 702; 1939 – 526; 1959 – 352; 1989 – 241; 2002 – 217; 2010 – 240 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Кәпәй-Ҡобау урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 75 йортта 462 кеше йәшәгән. 1906 й. мәсет, урыҫ‑башҡ. мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән. С.Б.Дауытов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.