ҠАҘАҠЛАР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 19 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 139 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 840 кеше; 1920 – 984; 1939 – 748; 1959 – 485; 1989 — 258; 2002 – 247; 2010 – 223 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1653 й. һәм 1663 й. араһында Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са (1713 й. төҙөлгән) Ҡаҙаҡ исеме м‑н мишәрҙәр (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, хеҙмәтле татарҙар) нигеҙ һала. 18 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 114 йортта 573 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет (1883 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Оло Ҡаҙаҡлар булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. 1873 й. һәм 1896 й. араһында нигеҙләнгән Кесе Ҡаҙаҡлар а. м‑н ҡушыла. Ауыл эргәһендә Ҡаҙаҡлар ҡаласыҡтары бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.