КҮТӘРЕМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1153 кеше; 1920 — 1234; 1939 — 962; 1959 — 961; 1989 — 1044; 2002 — 1141; 2010 — 1081 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле. 1865 й. 81 йортта 559 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1864 й. төҙөлгән), училище, 5 һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, шарап һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр булған. Н.И.Беляев, А.П.Хмелёв ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке