КҮСТЕРӘ (Bromus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә яҡынса 25 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер, ике йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 15—100 см. Япраҡтары — ҡыяҡ, яҫы, ябыҡ еңсәле. Башаҡтары эре (3 см тиклем), күп сәскәле, ян-яҡтан ҡыҫылған, һеперткеләргә йыйылған. Май—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—сент. өлгөрә. Баҫыуҙарҙа, үлән сәсеүлектәрендә, далала, ҡатнаш киң япраҡлы урмандарҙа, юл буйҙарында үҫә. Баҫыу К. һәм тарбаҡай К. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында тиерлек таралған, арыш К. — Өфө р‑нында, йомшаҡ К. Башҡортостандың Урал алдында осрай. Баҫыу К. һәм арыш К. ужым бойҙайының, һолоһоноң, арышының сәсеүлектәрен ҡыйлай.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке