ҠАҘАҠЛАР ҠАЛАСЫҠТАРЫ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 5—7 бб. ҡарайҙар. Дүртөйлө р‑ны Ҡаҙаҡлар а. эргәһендә Яубазы й. уң ярында урынлашҡандар. 3 ҡаласыҡ табылған.

Ҡ.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1973 й. С.М.Васюткин тарафынан асыла, 1980 й. В.А.Иванов һәм Т.И.Останина өйрәнә. Майҙаны 2700 м2, 736 м2 асылған. Ур (оҙонлоғо 40 м, киңлеге 12 м, бейеклеге 1 м) һәм соҡор м‑н нығытылған. Усағы һәм хужалыҡ соҡорҙары булған торлаҡ (майҙаны 36 м2), хужалыҡ ҡоролмалары (майҙаны яҡынса 20 м2), баҙ-соҡорҙар, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар, һөйәк уҡ башаҡтары табылған.

Ҡ.ҡ.II ауылдан көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1973 й. Васюткин тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Майҙаны 1200 м2, 40 м2 ҡаҙылған. Тупраҡ ур (оҙонлоғо 20 м, киңлеге 4 м, бейеклеге 1 м) һәм соҡор (киңлеге 3 м, тәрәнлеге 0,8 м) м‑н нығытылған.

Ҡ.ҡ.III ауылдан көнсығышҡа табан 1,1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1980 й. Иванов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Майҙаны 3600 м2, 40 м2 ҡаҙылған. Тупраҡ ур (оҙонлоғо 40 м, киңлеге 4 м, бейеклеге 1 м) м‑н уратылған. Тирмән ташы табылған. Керамика өҫтөнә тотош бәләкәй генә соҡорло биҙәк баҫылған һәм ауыҙы тирәләй һырҙар м‑н биҙәлгән, әүәләп эшләнгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Иванов В.А., Останина Т.И. К вопросу о бахмутинско-мазунинской проблеме //Поселения и жилища древних племён Южного Урала. Уфа, 1983.

В.А.Иванов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке