АЛТАЙ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡырғыҙ‑ҡыпсаҡ төркөмө). 1948 й. тиклем ойрот теле тип йөрөтөлә. Алтайҙарҙың милли теле, Алтай Респ. дәүләт теле. Шулай уҡ Кемерово өлкәһендә һәм Ҡаҙағстанда таралған. А.т. һөйләшеүселәр һаны 70 меңдән ашыу (1989). Фонетик системаһы б‑са айырыуса ҡырғыҙ теленә яҡын. Боронғо уйғыр‑уғыҙ һәм ҡырғыҙ ҡәбиләләре телдәренә барып тоташа.

А.т. төрки телдәре төркөмдәренең төрлө классификацияһына ҡараған 2 диалект төркөмөн берләштерә: түбә, ҡаманды һәм чалкан диалекттарынан торған төньяҡ (уйғыр төркөмө) һәм алтай, теләүет һәм теленгет диалекттарынан торған көньяҡ (ҡырғыҙ‑ҡыпсаҡ төркөмө). Әҙәби тел нигеҙенә көньяҡ диалект төркөмө һалынған. Һүҙ башында [д’] аффрикатының булыуы хас (башҡа төрки телдәрҙә [й, ж, дж] өндәре). Сағ.: алтайса “jуc” [д’]ус — башҡортса “йөҙ” [й]өҙ; алтайса “jакшы” (һәйбәт) [д’]акшы — ҡырғыҙса “жакшы” [дж]акшы. Башҡ. теленән айырмалы рәүештә, һуҙынҡылар араһында һаңғырау тартынҡылар яңғыраулана. Сағ.: алтайса “баш” ба[ш] — “бажым” б[ажы]м һәм башҡортса “баш” ба[ш] — “башым” б[ашы]м. А.т. морфологияһында ҡылымдарҙың зат, заман һәм һан м‑н үҙгәрешенең редукцияға бирелгән аффикстары ҡулланыла (теләүет һәм теленгет диалекттарынан тыш). Сағ.: “барар‑ым” (мин барам) — диалект “барар‑мын”, “барза‑гар” (әгәр барһағыҙ) — диалект “барза‑зыгар”. А.т. лексикаһында санскрит, боронғо иран, ҡытай һәм урыҫ телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп. Алтай яҙыуы 1828 й. Алтай рухи миссияһы вәкилдәре тарафынан кириллица нигеҙендә эшләнә; 1931 й. алып латиница, 1938 й. — тағы ла кириллицала. Хәҙ. алтай алфавиты 37 хәрефтән тора.

Әҙәб.: Баскаков Н.А. Алтайский язык. М., 1958.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке